Беҙҙең коллектив республикабыҙҙа үткәрелгән Милли кейем көнөн үҙенсәлекле итеп билдәләргә булды. Бөгөн беҙ социаль селтәр төркөмдәрендә һүҙҙе үҙебеҙҙең йәш быуынға – балаларға тапшырабыҙ. Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы тергеҙеү ниәтендә “Бала саҡ – баллы саҡ” исеме аҫтында видеосюжеттар теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ.
Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәренең балалары милли кейемдә, милли атрибутикалар ҡулланып үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәк.