Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, 3 декабрҙә башланған “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендәге Башҡортостан Республикаһы көндәрендә 280-дән ашыу артист һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Күргәҙмәнең 9 майҙансағында 20 сәғәттән дә ашыу дауамлы төрлө мәҙәни программалар күрһәтелгән. Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ла бөгөн киске 19.00 сәғәткә ҡәҙәр күргәҙмәгә килеүселәрҙе үҙҙәренең йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандыра.
Мәскәүҙәр һәм ҡала ҡунаҡтары саранан бик ҡәнәғәт. Башҡортостанды бөтә яҡлап күрһәтә алған артистарға ҙур рәхмәт белдерәләр.
Алдан әйтеүебеҙсә, күргәҙмә 2024 йылдың 12 апреленә ҡәҙәр дауам итә. 2024 йылдың 16-21 ғинуарында ошо уҡ майҙансыҡта республика “Башҡортостандың тере традициялары” халыҡ ижады аҙналығында сығыш яһаясаҡ.