Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!

Сибай концерт-театр берекмәһенең хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәсимә Ғизәтуллина, Урал Зәйнуллин Башҡорт теле көнө уңайынан Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыларына 3 оҫталыҡ класы уҙғарҙы. Оҫталыҡ дәрестәренең маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә, республикала һәм Рәсәй төбәкәтрендә башҡорт телен популярлаштырыуға, балаларҙа башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, граждандарҙа башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте , ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелде.
Артистар ҡыҙҙар-малайҙарға Башҡортостандың халыҡ шағирҙары – Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Назар Нәжми, Абдулхаҡ Игебаев, Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡаларҙың шиғырҙарын башҡорт телендә тасуири һөйләп ишеттерҙе. Уҡыусылар ҙа яуап итеп үҙҙәренең күңеленә хуш килгән шиғырҙарҙы ятланы. Сара барышында артистар башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килеп еткереүен бәйән итте, телебеҙҙең нескәлектәренә баҫым яһаны, һүҙҙәрҙең, өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен аңлатты.