❄🏅🎭Сибай концерт-театр берекмәһе ҡаланың мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн Ғаилә йылына арналған «Стойкий оловянный солдатик» спектаклен күрһәтте. Ғаиләләре менән мәҙәни сараны күрергә килгән уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе мәғариф бүлеге начальнигы Рушан Дияров сәләмләне. Ул барыһын да башланып торған Ғаилә, уңышлы тамамланған Педагог һәм остаз йылдары менән ҡотланы. Киләсәктә лә педагогтар менән хеҙмәттәшлек итергә йыйынабыҙ. Ни тиһәң дә, берекмә репертуарында йәш быуынға мәҙәни белем һәм тәрбиә бирерлек рус һәм башҡорт телдәрендә спектаклдәр, концерт-лекторийҙар бихисап.