Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Ханов генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Афарин, яугир!
Был хаҡта Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белгертте.
-Бөгөн “Хан” ҡушаматлы яҡташыбыҙға Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙым. Яугир әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.
“Хан” менән үткән ҡайтҡанында ҡаланың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә күрешкәйнек. Әле бына уға шәхсән рәүештә миҙал тапшырыуыма бик шатмын. Ул ике хәрби наградаға эйә ине: быға ҡәҙәр уның түшен II дәрәжәле “Хәрби ҡыйыулығы өсөн” миҙалы, полк наградаһы биҙәһә, әле уларға генерал Шайморатов миҙалы өҫтәлде.
Тыуған илебеҙ һағында беҙ торғанда, дошмандар үтеп инә алмаҫ! – ти ҡыйыу ир-егет. Ошо һүҙҙәре еңеүгә тағы ла ышаныс арттырҙы.
“Хан”ды ихлас ҡотлайбыҙ һәм тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!