Сибай концерт-театр берекмәһендә Сибай һәм Учалы филармонияларының берлектәге «Мөхәббәт тураһында йыр» концерты уҙҙы. Ике мәҙәниәт усағы 10 йылдан ашыу ваҡыт хеҙмәттәшлек итә һәм бергә бик шәп концерттар ойоштороуҙарын дауам итә. Сибай тамашасылары ҡунаҡтарҙың һәр сығышын алҡыштарға күмде, айырыуса «Уралтау» халыҡ бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәрен оҡшатты. Дөйөм алғанда, ике филармония ансамблдәре – «Сибай», «Уралтау» халыҡ бейеүҙәре коллективы бейеүселәре сәхнәне бер итте.
Ҡалалаштар шулай уҡ
Рөстәм Хәсәнов, Ынйы Әхмәтова, Ғаяз Ғәйетбаев, Айгөл Әсәҙуллина, Йәғәфәр Нәҙершин, Алина Вәхитова, Айнур Аминов, Анастасия Илһамова, Элина Үҙәнова, Марс Ишморатов, Зәбирә Әминева, Фаиль Йортбаҡов, Элиза Ғәлимова, Раушан Ниязғолов, Марат Усманов, Дим Шәрәфиев, Нәсимә Ғиззәтуллина, Азат Исҡужин, Айсар Дәүләткирәевтың сығыштарын оҡшатты. Проект авторҙары – Ильяс Сафин һәм Гөлнур Сөләймәнова.
16 февралдә беҙҙең артистар Учалы филармонияһында сығыш яһаясаҡ.
«Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы», тигәндәй, берлектәге концерт Учалы ҡалаһында һәм районында йәшәүселәргә яҡшы кәйеф өҫтәйәсәк.