Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек-электән телде һаҡлауҙың әһәмиәтен аңлаған, уны киләсәк быуынға еткереү хәстәрлеген күргән. Һәр дәүерҙә һүҙ оҫталары – йырауҙар, сәсәндәр, шағирҙар һәм яҙыусылар – телебеҙҙең яҙмышы өсөн борсолған.
Сибай концерт-театр берекмәһе лә туған телде, мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе һаҡлауға, яҡлауға тос өлөш индерә. Туған телдәр көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Нәсимә Ғиззәтуллина менән Урал Зәйнуллин урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы уҡыусыларына оҫталыҡ класы уҙғарҙы. Артистар ҡыҙҙар-малайҙарға телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһе тураһында һөйләне, улар менән ихлас аралашты, шиғыр һөйләне, уҡыусылар хатта йырлап та күрһәтте.
-«Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр» ти, башҡорт мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек! – тине Нәсимә Ғиззәтуллина, осрашыу һуңында.