Журналист һәм яҙыусы Мөҙәрис Багаев иҫән сағында үҙен драматург булараҡ та танытып өлгөрҙө. Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры уның «Өс туған, кинйәләре Иштуған» әкиәтен сәхнәләштереп, бөгөн тәүге тапҡыр сәхнәгә сығарҙы.
Спектакль йәш тамашасыға, йәғни мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Уны сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов ҡуйҙы. Рәссам-ҡуйыусыһы Луиза Дәүләтбирҙина, композиторҙар – Марат Ғөбәйҙуллин, Азат Исҡужин. Хореограф – Александр Родионов. Әкиәт геройҙарын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәһим Сөнәғәтов, Ишморат Моратов, Морат Амантаев, Урал Атанбаев, Юлдаш Юлдыбаев, Асҡар Зарипов, Зәлиә Ғәлиәхмәтова, Азалия Ялалова, Альбина Байназарова һынландыра. Мауыҡтырғыс тамашаны залдағы балалар төрлөсә ҡабул итте. Тупаҫ хан менән хәйләкәрлеген ҡайҙа ҡуйырға белмәгән вәзирҙән күмәкләшеп көлдө, төп герой Иштуғандың яҙмышы хәл ителгән мәлдәрҙә тулҡынланып, бер аҙға тынып ҡалды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, авторҙың әҫәрендә башҡорт халҡының милли колориты ла сағыла. Мәҫәлән, төп герой Иштуғандың оло ағаһы Ишҡәли уҡ тотоп һунарға йөрөй, уртансыһы Ишбулды – солоҡсо.
– Бөгөн йәштәрҙең күбеһе мәғәнәһеҙ боевиктар ҡарай, йә булмаһа, компьютерға, замана гаджеттарына төбәлеп, интернет диңгеҙендә йөҙә, – ти әкиәтте ҡуйыусы-режиссер Вәкил Барый улы Йосопов. – Тик донъялағы иң ҙур телевизор экраны ла сәхнә геройҙары менән тамашасы араһындағы бәйләнеште алмаштыра алмай. Һәр сәхнә әҫәре, уның нигеҙенә һалынған идея тамашасы күңеленә барып етергә тейеш. Әкиәттең асылында белемдең иң ҙур көс икәнлеге ярылып ята. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ағалары тарафынан ниндәйҙер кимәлдә кәмһетелеп йәшәгән Иштуған спектакль аҙағында хан тәхетенә менеп ултыра. Сәбәбе: бер туҡтауһыҙ китап уҡыу, белемен камиллаштырыу һәм булған белемде дөрөҫ ҡулланыу. Бөгөн әкиәттең премьераһы ғына булды, залда башлыса балалар ултырҙы һәм улар спектаклде шул тиклем мауығып ҡараны. Был әкиәт мәктәп уҡыусыларына ла, өлкәндәргә лә мотлаҡ оҡшаясаҡ.
Ҡыҙыҡлы спектакль мәртәбәле фестивалдәрҙә еңеү яулаясағына өмөт ҙур.