Бөгөн беҙҙең Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры Баш ҡалала барған «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Кесе Ватан мәҙәниәте» һәм «Театр – балаларға» федераль проектының театраль декаднигында «Әкиәт китабы» пьессаһын йәш тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Балалар мажаралы тамашаны күңелдәрен биреп ихлас ҡараны. Был спектакль уҙған йыл көҙ тәүге тапҡыр сәхнәләштерелде. Артистар уны Урал аръяғының ҡала һәм райондары мәктәптәрендә, клубтарында ла күп тапҡырҙар ҡуйҙы. Башҡорт, татар, ҡытай, рус әкиәттәренә таянып әҙерләнгән әҫәр, артистарҙың йәнле уйыны бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Заманса технологиялар менән биҙәлгән, матур костюмдар, иҫ киткес сағыу декорация, йәнле музыка һәм бейеүҙәр барыһы ла бер бөтөн булып күренеп, балалар тарафынан бик йылы ҡабул ителә.
Спекталдең авторы – Динара Ҡәйүмова,
ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов, композиторы – Вәсил Ғафаров,
хореографы – Александр Родионов, рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов.