Сибай концерт-театр берекмәһендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә хореографик коллективтар араһында «Бейеү ҡанаттарында» фестиваль конкурсы үтте. Сибай сәнғәт колледжы Сибай филармонияһы ярҙамында ойошторған фестиваль-конкурста 6 йәштән алып 18 йәшкәсә бейеүселәр классик, халыҡ, стилләштерелгән, заманса бейеү башҡарып ярышты. Конкурсҡа Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Учалы райондарынан 30-ға яҡын бейеү ансамблдәре 70-тән ашыу номер алып килгән.