Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Санкт-Петербургта уҙған һабантуйҙа уңышлы сығыш яһап, имен-һау ҡайтып етте. Беҙҙең артистарҙың сығышын сит тарафта йәшәгән яҡташтар, милләттәштәр, ҡала, район етәкселеге лайыҡлы баһаланы һәм йыл һайын һабан байрамына килеүҙәрен һораны.
Яҡшы сығыш яһаған кеүек, юлдан һуң яҡшы ял теләйбеҙ!