25 сентябрь көнө Сибай концерт-театр берекмәһе яңы ижад миҙгелен асты! Тантана республикабыҙҙың 100-йыллығына арналып, унда «Батырҙарҙы данлар илем бар» исемле музыкаль драма күрһәтелде. Бай йөкмәткеле тамашала «Сулпан» балалар театры һәм Сибай филармонияһы артистары иҫ киткес образдар тыуҙырҙы, йыр-бейеү һәм хисле монолгтар аша илебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған батырҙарын данланы.
Концерт тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Яҡты хистәргә лә, ғорулыҡ, батырлыҡ тойғоларына ла, илһөйәрлек, рух төшөнсәләренә лә һуғарылды тамашасы күңеле.
Тамаша «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» – «Театр балаларға» федераль проекты сиктәрендә донъя күрҙе.
Музыкаль драманың авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев,
режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов,
композиторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов,
балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова,
ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов,
костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова.






