Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йылдың сағыу тамашаһы – «ЮлдашХит – 2024» гөрләп үтте. Йылды йомғаҡлап фестиваль менән тамамлауҙы юлдаштар матур йолаға әйләндерҙе. Тап ошо сарала йыр сәнғәтенең тоғро тыңлаусылары һайлаған иң-иңдәр билдәләнә.
Донъяны күңел күҙе менән күргән Сибай концерт-театр берекмәһенең вокал артисы Азат Исҡужин фестивалдең «Һынмаҫ рух» номинацияһында бүләкләнде!
Азат башҡарған «Күңел күҙе» йырын тамашасы яратып йылы ҡабул итте.
❤Афарин! Моң шишмәң тынмай урғылһын, яңынан яңы йырҙар көтөп ҡалабыҙ!