Төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен оҫта башҡарып дан ҡаҙанған «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле республикабыҙ төбәктәре буйлап гастролдәргә сыҡты.
Бөгөн – 24 февралдә артистар Күгәрсен районының Йомағужа ауылында концерт ҡуйҙы.
Иртәгә – 25 февралдә Красноусольск, 26-һы Ишембай, 27-һе Салауат, 28 февраль Мораҡ ауылында сығыш яһаясаҡ.
Халыҡ һәм заманса бейеүҙәрҙе менән күңелдәрҙе елкендергән сағыу тамашаларҙы күрмәй ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Билеттар мәҙәниәт үҙәге кассаларында һәм Сибай концерт-театр берекмәһе сайтында.