“Араларҙа – йылдар…” исемле концерт программаһы бер тынала үтеп тә китте…
Беҙҙең тәүге “ҡарлуғастар” йәшлек эҙҙәре буйлап, үткәндәрен уйлап, сағыу миҙгелдәрен иҫкә төшөрҙөләр.
30 йыл эсендә филармония йәш таланттар үҫеүенә булышлыҡ итеүсе ижади үҙәккә әйләнде тиһәк, яңылыш булмаҫ. Һәр бер килгән артист, ижад кешеһе яңы һулыш өҫтәп кенә ҡалманы, филармонияның үҫешенә ҙур өлөш индереп, ҡанаттары нығынып, республика күләмендә киң танылыу яуланы.
Тап шул “ветерандарыбыҙ” концертты үҙ ҡулына алып, сәхнәне дер һелкетте.
Тамашала БР-ҙың халыҡ артистары Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Раян Алтыншин, Айтуған Дәүләткирәев, Азат Нәбиуллин, Раушан Ниязғолов, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Нәсимә Ғиззәтуллина, Йәмилә Бикбаева, Эльвира Аҡназарова, Фәйзулла Ғөбәйҙуллин, Ләйсән Таштимерова, Урал Мортазин, Рәзилә Нәбиуллина, Гүзәл Әсәҙуллина, Ғаяз Ғәйетбаев, Дим Шәрәфиев, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Санъяр Мәүлетҡолов, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова, Айгөл Бохарбаева, Вәсилә Хәсәнова, Алсу Фәтхутдинова, Элеанора Романова, Илфат Мусин, Рәйсә Бүләкәнова, Флюр Саламатов һәм “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашты.
Ата-әсәләренә алмашҡа үҫеп килгән йәштәрҙең сығыштары ла сағыу концертҡа айырым биҙәк өҫтәне.
Әлеге ваҡытта коллективта ижад иткән һәр бер яҡты йондоҙобоҙ, йәш өмөттәребеҙ ҙә үҙҙәре хаҡында матур, йылы тойғо ҡалдырырҙар, республикала танылыу яулар, тип ышанып ҡалабыҙ.
Һәм әлбиттә, зал тултырып килгән, аяҡ үрә баҫып ҡул сапҡан тамашасыларыбыҙға ла рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Концерттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.
Фотолар: https://vk.com/sibay_concert?z=album-16495789_306991778
2