“Сулпан” балалар театры артистары тағы юлға сыҡты.
Гастролдәр сиктәрендә балалар өсөн ике спектакль: рус телендә Анна Богачева пьесаһы буйынса “Бабушка напрокат”, башҡорт телендә Наил Ғәйетбаевтың “Ике һайыҫҡан” спектаклдәре ҡуйыласаҡ.
Коллективҡа хәйерле юл һәм уңышлы сығыштар теләп ҡалабыҙ!