Бала сағынан бейеүгә ғашиҡ

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле 30 йылдан ашыу ваҡыт эсендә үҙен һәләтле, ысын мәғәнәһендә сәнғәткә бирелгән бейеүселәр тупланған ижади коллектив итеп танытты. Исемдәре тотош республикала киң билдәле күп кенә бейеү оҫталарын тәрбиәләгән ансамбль ул. Бөгөн дә бында үҙҙәренә генә хас оҫталығы менән тамашасы һөйөүен яулаған бейеүселәр эшләй. Шуларҙың береһе—балет артисы Элина Үҙәнова. Элина Илһам ҡыҙы Сибайҙа тыуып үҫкән. Ҡаланың 9-сы лицейында уҡыған саҡта уҡ Балалар сәнғәт мәктәбенең “Осҡон” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә, Балалар музыка мәктәбендә бейеү менән шөғөлләнә. Сибай филармонияһы янындағы “Ынйыҡай”, Сибай институтуның “Сармат” ансамбленә лә йөрөй. Бейеү өсөн генә тыуған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, һөнәр һайлауға етди ҡарай һәм Сибай институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда белем алыу менән бер рәттән “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамбленең солискаһы була. 2018 йылда ҡулына диплом алғас Элина Сибай концерт-театр берекмәһенә иҡтисадсы булып эшкә урынлаша. Бәләкәй сағынан филармония сәхнәһендә күп бейегән һомғол буйлы ҡыҙға етәкселәр бейеүсе булып эшләп ҡарарға тәҡдим итә. Элина ҡуш ҡуллап риза була һәм 8 йыл инде ошо һөнәренә тоғро ҡала. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса “Йылдың иң шәп бейеүсеһе” дипломы лайыҡ булған. Намыҫлы хеҙмәте, мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән тос өлөшө Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты, республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Почет грамотаһы менән баһаланған.

Бала сағынан бейеүгә ғашиҡ

Бала сағынан бейеүгә ғашиҡ

29 апрель—Халыҡ-ара бейеү көнө

-Бейеү-минең өсөн бөтә донъя. Һәләтем нәҫелдән килә. Ҡартәсәйем оҫта бейеүсе булған, фабрикала инженер-химик булып эшләгән әсәйем дә йәш сағында бейегән,–тип һөйләй Элина, үҙе менән таныштырып.-Йырларға яратам. Физик күнекмәләр яһау миңә көс-дәрт бирә. Атайым, ҡустым да спорт менән мауыға.

Элина Үҙәнова халыҡ бейеүҙәрен, айырыуса шаян бейеүҙәрҙе башҡарырға ярата. -Сәхнәлә бейегәндә тамашасы менән бәйләнеш булдырылырға тейеш, шунда ғына үҙеңдең маҡсатыңа ирешеүеңде тояһың, ти ул.-Халыҡ бейеүҙәрендә беҙ бөтәбеҙ ҙә сәхнә кейемендә бер иш күренһәк, заманса бейеүҙәр башҡарған саҡта иһә, һәр беребеҙҙең төрлөлөгө, үҙенсәлеге асыҡ сағыла.

Бейеүсе әхирәте, йырсы Зәриә Ырыҫмөхәмәтова менән йыш ҡына кемдең эше ауырыраҡ булыуы хаҡында бәхәсләшәр. Зәриә йырсы булыуы ауыр тиһә, Элина үҙ эшенең еңел түгеллеген иҫбат итә. Ғөмүмән, артистарҙың эше сәхнәнән ҡарағанда ғына матур, сағыу күренә. Сәхнә артында уларҙың иңенә ниндәй һынау төшкәнен улар үҙҙәре генә белә. Халыҡ араһында киң популярлыҡ яулаған оло байрамдарҙы, “Мәҙәнәт” милли проектына ярашлы ойошторолған барлыҡ мәҙәни сараларҙы, ғаилә тантаналарын, хатта өҫтәренә ишелгән ауыр мәлдәрҙе лә йыш ҡына туғандарынан, ғаиләһенән ситтә–гастролдәрҙә үткәргән артистар күптәр өсөн ысын сабырлыҡ, хеҙмәткә тоғролоҡ өлгөһө. Милли бейеүҙәребеҙҙең ҡотон һаҡлап алып ҡалыу, халыҡҡа еткереү һәм замандаштарыбыҙға ысын сәнғәт өлгөләрен бүләк итеү өсөн барыһын да эшләй.

Гөлдәр Ҡадаева.

“Атайсал” гәзите, апрель 2025 йыл.