Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, һәр нәмәнең үҙ мәле булғандай, йәшел йәй айҙарында без куберак ҡояшта ҡыҙынып, һыуҙа ҡойоноп, тәбиғәттә булып, сәйәхәт итеп өр-яңы тәьҫораттар йыйып, дәрт һәм һаулыҡ туплап калырга тырышабыҙ.
Көтөп алған йәмле йәйҙәребеҙ үтеп барһа ла, ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәй һибә. Шулай уҡ мәктәп укыусыларының йәйге ялы ла әлегә дауам итә.
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары сираттағы ялдарзан һуң яңы көс менән эш башлап та ебәрҙеләр. Бөгөн уларҙа ҡунаҡта иң яратҡан һәм иң талапсан тамашасылары – бәләкәстәр, Арҡайым мәктәбе лагерында ял итеүсе балалар булды. Дәртле йырҙар, күңелле бейеүҙарҙе шатланып ҡарап, бергалап уйнап, тамашаны ихлас ҡабул итте балалар.