Сибай концерт-театр берекмәһе артистары 2021 йылдың 24 авгусында Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһында үтәсәк «Ата-бабалар ауазы» төбәк-ара фестиваленда ҡатнашасаҡ. Милләттәштәребеҙ иғтибарына «Илем барҙа – йырым бар» исемле йырлы-моңло концерт программаһын тәҡдим итәсәк.