Йәйге каникулдар тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. “Сулпан” балалар театры актерҙары “Янғын һүндереү командаһы” исемле спектаклен Әбйәлил районының “Ирәндек” лагеры һәм Арҡайым ҡасабаһының мәктәп янындағы лагерында ял иткән балаларына тәҡдим иттеләр. Йәш дуҫтарыбыҙ тамашаны ихлас ҡабул итеп ҡараны.
Яңы уҡыу йылында бәләкәс тамашасыларыбыҙ менән осрашыуҙар йышыраҡ булыр тип ышанабыҙ, уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ!