Бөгөн Сибай ҡалаһында мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм өҫтәлмә белем биреү мәктәптәренең август конференцияһы булып уҙҙы. Сарала беҙҙең берекмә артистары – БР-ның атҡаҙанған артистары Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов һәм йәш йырсы Нух Ҡотоев сығыш яһаны.
CIOFF®VI Бөтә донъя фольклориадаһы йомғаҡтары буйынса фестивальде әҙерләү һәм үткәреү буйынса ярҙамдары өсөн Республика Халыҡ ижады үҙәгенең рәхмәт хаттары менән берекмәбеҙ хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.