3 сентябрь – Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө. Яңы иҫтәлекле дата 2004 йылдың 1-3 сентябрендә Бесландағы трагедияға бәйле 2005 йылдын 21 июлендә билдәләнде.
Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы 1-се мәктәптең (элекке 14-се мәктәп) 2,3,4 синыф уҡыусылары өсөн Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнөнә арналған лекторий концертын үткәрҙе.
Алып барыусылар менән бергә балалар терракттар ҡорбандарын иҫкә алдылар, террористик акттар ваҡытында үҙеңде тотоуҙың төп ҡағиҙәләрен ҡабатланылар.
Концертта Фларид Бирғәлин, Илдар Рәхимғолов, Дим Шәрәфиев, Айнур Әминев, БР-ның атҡаҙанған артистары Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, берекмәнең ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле, “Сибай” халык бейеүҙәре ансамбле солистары Илнар Хәтмуллин, Данир Хәмзин ҡатнашты, алып барыусылары – БР-ның атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина һәм Илнур Сәлимгәрәев.