Кисә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы -2021” Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйы һәм Ҡала көнө гөрләп уҙҙы. Байрам концертында Сибай концерт-театр берекмәһе лә ҡатнашты. Филармониябыҙ артистарының һәр сығышы ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.