29 февралдә Бөрйән районы Яңы Усман ауылында халҡыбыҙ тарихында, республика эшмәкәрлегендә яҡты эҙе булған уҙаманыбыҙ, абруйлы, мәртәбәле милли шәхесебеҙ – Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатовтың 60 йәшлек күркәм юбилей кисәһе үтте. Беҙҙең коллектив исеменән ҡотлау һүҙҙәрен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Ишморатов һәм Зәбирә Әминева еткерҙеләр. Уларҙың башҡарыуында музыкаль номерҙар кисәгә йәм өҫтәне.