Концерт-театр берекмәләренең төп эшмәкәрлегенең береһе, әлбиттә, гастролдәр. Әле күптән түгел генә 13-17 декабрь көндәрендә Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Ханты-Манси автономия округының ҡалаларында сығыш яһап ҡайтты. “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар- Сибайҙар!” исемле бай программа милләттәштәребеҙҙең зауығын иҫәпкә алып төҙөлгәйне. Ысынлап та, яҡташтарыбыҙ сибайҙарҙы һағынып ҡаршы алды. Йыр-бейеүҙәр, ҡурай моңо, гармун тауышы Себерҙә эшләүсе тамашасыларыбыҙ күңеленә хуш килде, тыуған яҡ моңо уларға тыуған яҡтарын иҫтәренә төшөрҙө.