Иғтибар!!
Хөрмәтле Баймаҡ ҡалаһы халҡы! Моң-көй, дәртле бейеүҙәрҙе көтөп алған тоғро дуҫтарыбыҙ!
Сибай концерт-театр берекмәһе “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар Сибайҙар!” исемле бай программаһы менән 26 ғинуар Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ!
Ханты-Манси автономия округынан яҡташтарыбыҙ яратып ҡабул иткән шәп, дәртле концерт һеҙҙең күңелегеҙгә лә хуш килер тип ышанабыҙ!
Программала Урал аръяғының йөҙөк ҡашы булған “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең береһенән-береһе һәләтле, сибәр йәштәре, моңло тауышлы йырсыларыбыҙ, талантлы музыканттарыбыҙ ҡатнаша!
Концерт “Пушкин картаһы” программаһына раҫланған.
Билеттарҙы халыҡ ижады үҙәге кассаһында һәм берекмәбеҙ сайтында онлайн алырға була. https://sibay-concert.ru/купить-билет/