Ҡәҙерле тамашасылар, йыр-моң һөйөүсе дуҫтар!
Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы, республика һәм төбәк-ара йыр конкурстары лауреаты, Әбйәлил һылыуы АЙГӨЛ ӘСӘҘУЛЛИНА үҙенең “Айгөл иле” тип исемләнгән концерт программаһы менән гастролдәргә юллана.
Концерттар:
27 ғинуар – Әбйәлил районы Хәлил ауылы,
28 ғинуар – район үҙәге Асҡар,
29 ғинуар – Байым ауылында һәм
31 ғинуар – Баймаҡ ҡалаһында үтәсәк.
“АЙГӨЛ ИЛЕ”ндә йырсы күңелендәге ихлас хистәрен, уй-кисерештәрен моңло йырҙары аша тамашасыларға еткерә. Сибайҙар яратып ҡабул иткән был шәп концертта өр-яңы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.
Концертта шулай уҡ йырсылар Әлфир Заманов, Нух Ҡотоев, Сөмбөл Моратова, Зәбирә Әминева, баянсы Дим Шәрәфиев, ҡурайсы Айнур Әминев, нәфис һүҙ оҫтаһы Илнур Сәлимгәрәевтар һәм халыҡ инструменттары оркестры, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле солистары ҡатнаша!
Концерттың сценарийы авторы – Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова,
режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина,
музыкаль етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.
Концерт “Пушкин картаһы” программаһында ҡатнаша.
Билеттарҙы мәҙәни усаҡ кассаларында һәм берекмәбеҙ сайтында онлайн алырға була. https://sibay-concert.ru/купить-билет/