Шәп яңылыҡ!!!
“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик бейеүҙәрҙән торған яңы программа әҙерләй. Ҡуйыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова.
2022 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Ҡоролтай аппаратының баш белгесе булараҡ, Гөлназ Вәкил ҡыҙы, әлбиттә, был сараның әһәмиәтен бик төптән уйлап эш итә. “Мәҙәниәт – киләсәктең образы” концепцияһына ярашлы, үткән быуаттың, хатта ки үткән мең йыллыҡтың 60-70-се йылдарында киң йәйелгән уйындар, бейеүҙәр тураһында хәтер яңыртыу үҙе күп нәмә тураһында һөйләй. Был ғына ла түгел, шул осорҙағы кейемдәр, шул осор көйҙәре сәхнәгә сығасаҡ, халҡыбыҙҙың рухи мираҫы юғары профессиональ кимәлгә күтәрелеп, халҡына кире әйләнеп ҡайтасаҡ.
Әле ансабль коллективы оркестр менән берлектә тырышып-тырышып тир түгә, хеҙмәт итә. “Атай-әсәйемдең хәтирәләренә таянып төҙөлгән мюзикл ҡуйыуҙы Хоҙай Тәғәлә үҙе насип иткәндер”, – ти, Гөлназ Вәкил ҡыҙы. Әлегә сер итеп кенә әйтәбеҙ, тамаша Халыҡ-ара бейеү көнөндә сәхнәне дер һелкетер!