Ошо көндәрҙә “Сулпан” балалар театрында “Кәрлә мәктәпкә бара” спектаклен тапшырыу булып үтте.
Олатай-өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәре бала саҡтарында белгән әкиәт персонаждары тураһында бөгөнгө балалар бер ни ҙә белмәй, белгеләре лә килмәй. Ә бит улар бар, улар һаман да оло быуындың хәтерендә йәшәй. Туфан Миңнуллиндың “Кәрлә мәктәпкә бара” исемендәге әкиәт персонаждары кеше ҡиәфәтенә кереп, сәхнәгә сыға. Уларҙың мөп маҡсаты – мәктәптә уҡыу. Замана технологияларынан артта ҡалмаҫ өсөн белем кәрәклеген улар яҡшы белә. Дейеү, Мәскәй әбей, Шүрәле, Кәрлә кеүек әкиәт персонаждарының ниәте тормошҡа ашырмы? Был һорауға яуапты балалар сәхнә геройҙарының уйынын ҡарап, үҙҙәре табыр, моғайын.
Билдәле драматургтың әҫәрен Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов сәхнәләштерҙе. Премьераны ҡараусылар яңы сәхнә әҫәрен бик йылы ҡабул иттеләр. Уҡыусы балаларҙың тәьҫораттары ниндәй булыр? Спектакль театр репертуарын байытырмы? Быныһы ваҡыт хөкөмөндә. Әлегә тамашаны бар итеүсе ижади төркөмгә уңыштар теләйек!