Йыр – моңға үтә лә әүәҫ сибайҙар! Билдәрен ҡыҫып быуһа, быуырҙар, концерттан ҡалмаҫтар.
22 февраль көнө Балалар ижады үҙәгендә Сөмбөл Моратованың соло – концертына йыйылған тулы зал тамашасылар быға тулы дәлил.
Моңло йырҙар тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарап елкенеп, музыка тулҡындарында бәүелеп, сәнғәт донъяһында талпынып таралышты улар.