Учалы районы буйлап Нәсимә Ғиззәтуллинаның “Ҡырҡ сырағым” тип аталған моноспектакле дауам итә. Даланлының даны алдан йөрөй тигәндәй, учалылар Башҡортостандың атҡаҙанған артисының тамашаларын аңлап, ихлас ҡабул иттеләр. Халыҡ һорауы буйынса йома көнө тамамланырға тейешле гастролдәр 26 мартта сәғәт 13.00 Иманғолда һәм сәғәт 19.00 Учалы ауылында дауам итәсәк.