18 апрель көнө Сибай концерт-театр берекмәһең реконструкцияланып яңыртылған мөһабәт йортонда “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!” тип аталған концерт булды. Шығырым тулы залда ҙур аншлаг менән үтте көтөп алынған тамаша. Егәрле булыу еңел түгел, ябай булыу үтә лә ҡатмарлы, сөнки ябайлыҡ асылдан айырылмауҙы, милли идентификацияны, милли йөҙҙө юғалтмауҙы талап итә. Бөгөнгө тормоштоң ҙур тиҙлек менән барыуын иҫәпкә алғанда, уғата ҡатмарлы тойола сәнғәттең был юлы. Ата-бабаларҙың тоғро вариҫтарына башҡорт сәнғәте йүнәлешенән тайпылмаҫ өсөн бик ҙур рухи көс, яуаплылыҡ кәрәк. Был да аҙҙыр, халҡыңа, уның ижади мираҫына ихлас һөйөү тойғоһон бер тамсыһын да сайпылдырмай һаҡлау һәммәбеҙгә зарур. Зауыҡлы тамашасыларҙың ихтыяжын дөрөҫ ҡәнәғәтләндереү бурысын бер кем дә инҡар итмәгән, киреһенсә, заман талабына әйләнә бара был талап. Әйтергә кәрәк, филармонияның тоғро дуҫтары, концерттарға даими йөрөгән тамашасылары бар. Урта йәштәге илһөйәр зыялыларҙан тора был контингент.
Концерт бер тынала сәхнә менән тамаша залы бер бөтөнгә әйләнгәндәй тойғоға сорналып үтте: ике яҡ та – артистар ҙа, тамашасылар ҙа – бер-береһенән ҡәнәғәт ҡалды, буғай. Шулай булмаһа, берәүҙәре сәхнәнән төшкөһө килмәгәндәй, икенселәре уларҙы сәхнәнән төшөрмәҫтәй булып, аяғүрә алҡышламаҫтар ине.
Концерттан сығышлай, ике ханымдың үҙ-ара һөйләшкәне ҡолаҡҡа салынды. “Режиссерҙары шәп, бөтәһе лә тигеҙ генә һығылмалы үтте”, – тине береһе икенсеһенә. “Шулай улар – сибайҙар!”, тип әйтке килгәйне лә, баһа биреүсе лә Сибайҙыҡы бит, өндәшмәнем. Ә өндәшеү кәрәк, өндәшеү генә түгел, ҡысҡырыу кәрәк: “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!”