25 – 28 апрелдә Сибай концерт – театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры Көйөргәҙе, Ишембай райондары һәм Салауат, Күмертау ҡалаларына гастролгә сыға.
Йәш тамашасылар иғтибарына Динара Ҡәйүмова әҫәре буйынса әҙерләнгән “САМРАУ БАТША БҮЛӘГЕ” спектакле тәҡдим ителә. Башҡорт халыҡ ижады батырҙары һәм бөгөнгө супергеройҙар тураһындағы мажаралы тамашаға рәхим итегеҙ!