Был донъялағы һәр һулышыбыҙ өсөн Әсәйҙәргә беҙ мәңге бурыслы. Бәлки шуғалыр ҙа Әсәй һәм Ҡатын – ҡыҙ образдары, йәнәш йөрөһәләр ҙә, күңелебеҙҙә ике донъяны биләй: ихлас бала һөйөүе һәм илерткес мөхәббәт тойғоһо сиктәре менән айырылған улар.
Бөтә Рәсәй буйынса Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы иғлан ителгән “Вам, Любимые” акцияһы сиктәрендә Сибай филармонияһының Рәмил Туйсин етәкселегендәге егеттәр вокал ансамбле йырҙары ла әсәйҙәргә һәм ҡатын – ҡыҙҙарға бағышлап, айырым башҡарыла.
Яҙ байрамы бүләктәрен ҡабул итегеҙ, ғәзиз әсәйҙәребеҙ һәм һөйөклө ҡатын – ҡыҙҙарыбыҙ!

#Вамлюбимые #8Марта
#ВстречаемВесну #Международныйженскийдень