Эй, нескә лә инде күңел ҡылдары! Ҡыллы музыка ҡоралымы ни! Күҙгә лә күренмәй, тауышы ла ишетелмәй, еҫе лә, төҫө лә юҡ, әммә уйнай. Иң юғары ноталарҙы ала, көсәнмәй ҙә хатта. Берсә һағышлана, берсә дәртләнә – күкрәк ситлектәрен емереп ҡайҙалыр оса. Шундай хистәр уянды әле генә булып уҙған Сибай концерт-театр берекмәһенең 28-се ижади миҙгелде ябыу тантанаһында. Моңландырыр биш йырсы ҡыҙыбыҙ, уйландырыр биш йырсы-егет, тарихҡа алып ҡайтыр ике ҡурайсыбыҙ, бөгөнгөгә алып ҡайтыусы ике баянисыбыҙ, һомғол аҡҡоштарҙай һигеҙ бейеүсе ҡыҙ менән дәрт-дарманы ташып торған һигеҙ бөркөттәй бейеүсе егеттәребеҙ, зыялылыҡ бөрккән халыҡ музыка ҡоралы оркестры музыканттары, телгә бай ике нәфис һүҙ оҫтаһы, аңлы художество етәксеһе менән берекмәнең ижад буйынса аҡыллы директор урынбаҫары етәкселегендә сибайҙарҙың ысынлап та егәрле, ябай һәм дә тик үҙҙәренә генә хас рухлы икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Бер уйлаһаң, иҫбатлау ҙа кәрәкмәй ине, быны тоғро тамашасыларыбыҙ күптән белә. Улар булғанға тамашалар гөрләп үтә, тамашасылар һөйөүе киләһе миҙгелгә ҡанат ҡуя.