Бөгөн Сибай коцерт-театр берекмәһенең Ҙур залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы “Йырың тыуғас, үлмәһен, йылдар саңы күммәһен” исемле музыкаль-әҙәби концерт-лекторий булып уҙҙы. Ғәҙәттә, һүҙ сәнғәтен, йыр сәнғәтен, бейеү сәнғәтен һәм башҡа сәнғәт төрҙәрен айырып ҡарап өйрәнгәнбеҙ. Ә бит уларҙы бер һүҙ – сәнғәт һүҙе, бер-береһенә ойоштороп, бер туғандарҙай яҡын күреп, балаларын ҡурсалаған әсәләй, үҙ ҡанаты аҫтына алған. Әлеге сарала һүҙ менән йырҙың, ысынлап та, бер туғандар икәненә инандыҡ. Йырсы-шағир Рәми үҙе тере ваҡытта үҙ шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙан төҙөлгән концертты күргән булһа ине, тигән үкенес тә уянып ҡуйҙы. Үҫмерҙәр өсөн, шағирҙың ижадына битараф булмаған оло быуын кешеләре өсөн дә бик матур тамаша булды.