Сибай филармонияһында спорт бейеүҙәре буйынса фестиваль бара. Унда Силәбе өлкәһе, Әбйәлил районынан, Сибай ҡалаһынан балалар һәм ололар ҡатнаша.
Әле фестивалдең бер өлөшө тамамланды. “Сулпан” театры художество етәксеһе, коллегабыҙ Денис Нурғәлиндың ҡыҙҙары Камилия һәм Зәлиә Нурғәлиналар ҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урын яуланы.