Ижади миҙгел ябылһа ла, Сибай концерт –театр берекмәһендә ижад дауам итә.
Сулпандар әлеге ваҡытта яңы спектакль өҫтөндә эшләй.
Берекмәнең тегеү цехы (мөдире – Р.Б.Ҡудашева) оҫтабикәләре матур костюмдар әҙерләй.
Тамаша тураһында үҙ фекерҙәре менән ҡуйыусы режиссер Юлдаш Юлдыбаев бүлеште:
– Александр Сергеевич Пушкиндың “Салтан батша тураһында әкиәт” әҫәрен сәхнәләштереү хыялы күптән тынғы бирмәй, төп маҡсатым – әкиәтте заманса мөмкинлектәрҙе ҡулланып, был үлемһеҙ шиғырҙы сәхнәгә сығарыу. Хәҙерге шау-шыулы заманда бындай юғары кимәлдәге әҫәрҙәр онотола, сит ил йәнһүрәттәре экрандарҙы, сәхнәләрҙе баҫып бара. Быуаттар алышынһа ла Пушкин әҫәрҙәре донъя кимәлендә әһәмиәтен һис юғалтмай. Яңы һулыш өрһәк тә, әкиәттең йөкмәткеһе, әлбиттә, шул килеш ҡала, тик музыка, йыр көйҙәре, аранжировкалар, бейеүҙәр, костюмдар, заманса декорация спектаклгә яңы төҫ бирәсәк. Азат Искужин менән Рәмил Мәхийәнов спектаклде музыкаль яҡтан биҙәй. 27 июнгә премьера планлаштырылған. Спектакль гастролдәргә алып йөрөү өсөн уңай итеп эшләнә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәһим Сөнәғәтов декорацияларҙы шуға яраҡлаштыра.Уның менән был беренсе эшебеҙ түгел, был юлы бик күп яңы алымдар ҡулланырға уйлайбыҙ – әлегә сер булып ҡалһын. Бәләкәй балалар өсөн генә түгел, үҫмерҙәр өсөн дә ҡыҙыҡ булыр, сөнки, әкиәттәрҙе бит бөтәһе лә ҡарай.