13 июнь көнө Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев ижадташ дуҫтары менән “Йөрәк тулы йыр булғас” тип исемләнгән концертын Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында күрһәтте. Юморға бай, дәртле бейеүле, йырлы-моңло тамашаны ишмөхәмәттәр бик йылы ҡабул итте.
Ошо уҡ концерт 15 июнь көнө Темәс ауылында үтәсәк. Билеттарҙы Темәс мәҙәниәт йортонда һәм һылтанма буйынса онлайн алырға була. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
https://sibay.ticketland.ru/teatry/sibayskoe-kto/pesney-napolneno-serdce/20220615_1900-4566429