Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры 13 июнь көнө Әбйәлил районы кескәйҙәрен ҡыуандырып ҡайтты. “Ерән бесәй балаһы” һәм “Каштанка” спектаклдәрен Асҡар гимназияһы уҡыусылары һәм “Ирәндек” лагерында сәләмәтлектәрен нығытыусы балалар ҡараны. Театр йәйге осорҙа ла гастролдәрен дауам итә.