Айыуҙы ла бейергә өйрәтеп була, тиҙәр. Булалыр. Әгәр ҙә ул тәүге һәм һуңғы тапҡыр бейеһә. Сәнғәт кимәленә күтәрелгән бейеүҙәрҙе күҙ уңында тотҡанда, бындай сағыштырыу, әлбиттә, ер менән күк араһы һымаҡ – кимәл тигән төшөнсәне һис тә инҡар итеп булмай. Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 14 июндә Баймаҡ ҡалаһында үткән “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” концертын ҡарағандар ана шул кимәл юғарылығын тойғандыр моғайын. Тамаша үҙе лә йөкмәткеһе буйынса онотола барған халыҡ уйындарының бейеү өлкәһенә нигеҙләнеп төҙөлгән. Йәшәһен бейеүҙәребеҙ, йәшәһен дәрт!