Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади төркөмө “Хәрәкәттә- бәрәкәт!” исемле лекторий концерты менән Әбйәлил районы Сиҙәм ҡасабаһында сығыш яһаны. Балалар өсөн милли ризыҡтар тураһында йырҙар яңғыраны һәм уларҙың файҙаһы тураһында мәғлүмәттәр еткерелде, спорт уйындары үткәрелде, күңелле флешмоб ойошторолдо. Балаларҙың йәйге ялы күңелле үтә.