Һабантуй гөрләп үтте, тигән ҡатып ҡалған һөйләмде йыш ҡабатлайбыҙ. Эйе, Аллаһҡа шөкөр, гөрләп үтә ата-бабаларҙан ҡалған, йолаға әйләнгән халыҡ байрамдары. Милли көрәш, ат сабыштары, башҡа күп төрлө мәҙәк ярыштарынан тыш һабантуйҙы һабантуй иткән өлөшө – йыр-бейеү, халыҡ көйҙәре. Сибай концерт театр берекмәһе артистары сираттағы Пермь ҡалаһы Һабантуйына барып, урындағы милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырып ҡайтты. Яҡташтарыбыҙҙың һәр сығышы пермдәр өсөн йәмле тамаша булды, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Әле берекмәнең ижади төркөмө Свердловск өлкәһендә буласаҡ Һабантуйға әҙерләнә.