Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Сибай тамашасылары иғтибарына легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен тәҡдим итте. Тамаша ҡаланың концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында булды. Форсаттан файҙаланып, Сибай филармонияһы барлыҡҡа килгән ваҡыттағы тәүге ҡарлуғас-артистарҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетовҡа кәйеф –тәьҫораттарын һорап мөрәжәғәт иттек:
– Нисәмә йылдар үткәндән һуң, филармония зданиеһы тергеҙелә башлағандан алып оҙаҡ көтөп, бына ниһайәт яңыртылған йортҡа бисмиллаға аяҡ баҫтым. Хәҙер ул концерт-театр берекмәһе тип аталһа ла, филармония тип өйрәнгәнмен, минең өсөн шулай хәтергә уйылған. 1997 йылда театрға күскәндән һуң, тыуған яҡтарға концерттар менән йыш ҡына ҡайтып йөрөнөм, әлбиттә. Әле иҫем китеп ошо матурлыҡҡа һоҡланам. Кем, ниндәй аҡсаға төҙөгәндер, уныһы миңә ҡараңғы, халҡыбыҙ өсөн был ҙур бүләк, дөрөҫ аңлап, хөрмәт менән ҡабул итергә кәрәк. Әле республикабыҙҙың академия драма театры коллективы менән ҡайтыуым минең өсөн ҙур мәртәбә. Спектакль үҙе лә символик характерҙа: Рәсәй Геройы исеме тергеҙелгән генерал Шайморатов тураһында. Ул бала саҡтан һәммәбеҙҙең хәтерендә, телендә. Яңы бинаға ошондай спектакль менән аяҡ баҫыуым үҙе бер ҡыуаныс.Уның залдарының иҙәндәре буйлап атлап йөрөү, халыҡ менән осрашыу күңелгә май булып яғылды. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға, эҙләгән ҡорт бал таба, тигәнәдәй, халыҡ артисы булып ҡайтыуыма ла бик шатмын!