Бисмилләһир-рәхманир-рәхим!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Һеҙҙе бөтә донъя мосолмандарының изге байрамы – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә эшләгән изгелектәребеҙҙе, салған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итеп алһын. Ике донъяның да бәхет-сәғәҙәттәрен насип итһен.
Мәңгелеккә өмөт иткән халҡың исеменән мәнәжәттәребеҙҙе ҡабул ҡыл! Төрки телле халыҡтарың араһынан беренсе булып Ислам динең ҡабул иткән, Изге Ҡөрьән аша Аллаһ һүҙҙәрен ишеткән халыҡ вәкилдәре булыуыбыҙҙы аңыбыҙ менән ҡабул итеп, күңел-ҡәлебебеҙҙә йөрөтөп, мөнәжәт әйтәбеҙ. Изге ниәттәребеҙҙе ҡабул ҡыл, Раббыбыҙ! Амин!