14 августа Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһы көнөн үткәреү сиктәрендә Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади төркөмө Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаны. Милли сәнғәтебеҙҙе сит яҡтарҙа күрһәтеү бурысын артистарыбыҙ уңышлы атҡарҙы.