Иғтибар!
Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры үзбәк яҙыусыһы Шәпи Ҡазыйҙың “Насретдиндың алтын ишәге” әкиәте буйынса спектакль әҙерләй. Премьера 10 сентябрҙә буласаҡ.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Л. һәм М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты профессоры, РФ театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы Булат Батыр улы Хәйбуллин менән интервью тәҡдим итәбеҙ:

– “Сулпан” театры менән был тәүге эшем түгел, дүрт йыл элек сулпандар менән Мостай Кәримдең йөҙ йыллығына спектакль әҙерләгәйнем. “Өс таған” әҫәрен тәҡдим иткәйнеләр, әммә стәрлетамаҡтар ҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһы буйынса ошо уҡ повесты сәхнәләштереүе билдәле булғас, “Оҙон оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә туҡталдыҡ һәм йөкмәткене мөмкин тиклем ҡыҫҡартып, балаларға аңлайышлы булған сценарий яҙҙым. Шулай итеп балалар өсөн башҡорт телендә спектакль ҡуйылды. Юлдаш Юлдыбаев төп ролде – Кендекте уйнаны, Борис Мәхмүтов, Фидан Ғафаров, Денис Нурғәлин, Фәһим Сөнәғәтовтар ҙа ошо командала булды. Фәһим – минең уҡыусым, ҡасандыр уны актер оҫталығы буйынса уҡыттым. Был икенсе эшем. Был юлы үзбәк яҙыусыһы Шәпи Ҡазыйҙың “Насретдиндың алтын ишәге” әҫәрен һайланым. Ни өсөн? Минеңсә, был әкиәттән балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы шоу яһап була. Балалар бит спектаклдәрҙе уйын һымаҡ ҡабул итә, тамаша барышында бик әүҙем булалар. Әле актерҙарҙан бәләкәй тамашасылар менән мөнәсәбәткә инә белеүҙе талап итәм. Һәр импровизация баштан әҙерләнгән булырға тейеш. Әлбиттә, тамашаға төрлө йәштәге төрлө класс уҡыусылары киләсәк, уйланмаған мәлдәр килеп сығыуы ихтимал, сөнки бәләкәйҙәр менән эшләүе еңел түгел. Минең төп бурысым: балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, спектаклде мауыҡтырғыс итеү, актерҙарҙың артынан эйәрергә тейеш улар. Әҫәрҙең йөкмәткеһе шул килеш ҡала, ҡай бер ваҡиғаларҙың урындарын ғына алмаштырҙыҡ. Иң ҡыҙығы – әкиәт үҙе импровизациялар өсөн мөмкинлектәр бирә, актерҙарға, ситуацияға ҡарап, авторҙың уйлағанынан тайпылмайса, үҙ һәләтен яҡтыраҡ асыу мөмкинлеге бар. Бөгөнгө көндә балалар драматургияһы менән хәлдәр көсөргәнешлерәк, дөрөҫөн әйткәндә, совет осоронда ла шулай ине. Мәҫәлән, элек авторҙарға өлкәндәр өсөн яҙылған пьесаға өс процент түләнһә, балалар өсөн туғыҙ процент түләнә торғайны. Йөк һаман да үҙ урынында, балалар өсөн яҡшы пьесалар табып булмай. Мәҫәлән, мин яңы әҫәр менән таныша башлағанда тәүге ике-өс биттә күҙгә эленгәндәй ваҡиға тапмаһам, артабан уҡып тормайым. Иң тәүҙә сәхнәлә уйнағандай эҙмә-эҙлекле ваҡиға кәрәк, сюжет үҫешергә тейеш, ҡыҫҡаһы, әҫәр драматургияның һәм театрҙың ҡанундарына буйһонһын. Әлеге әкиәттә Хужа Насретдин сираттағы Ханды алдап, кәләшен ҡотҡара. Тәү ҡарамаҡҡа, таныш сюжет һымаҡ, әммә автор үҙенсәлекле ситуация уйлап тапҡан, беҙ уға үҙебеҙҙең версияны өҫтәнек. Нисек килеп сығыр – ҡарарбыҙ. Көнсығыш мотивындағы музыкаға, бейеүҙәргә күп урын бирҙек, костюмдар бөгөнгө көн модаһына тура килтереп стилләштерелгән, өҫ кейемдәре, түбәтәйҙәр бөгөнгө кроссовкалар менән бер бөтөндө хасил итә. Уйлап ҡараһаң, Хужа ла, Хан да бик боронғо персонаждар, әммә сәхнәлә улар бөгөн йәшәй бит. Театр белгестәре нисек ҡабул итер, белмәйем, балалар иғтибар ҙа итмәҫ, тим, улар өсөн эске кисерештәр мөһимерәк.Алина Мостаеваға рәхмәт, ҡуйыусы-хореограф булараҡ, спектаклгә күп яңылыҡтар өҫтәне. Тамашасылар Алинаны Борис Васильевтың “Ә таңдар бында тыныс” әҫәрен ҡуйыусы-хореограф булараҡ беләләр. Командама ышанам. Карина Ситдыҡованы “Оҙон оҙаҡ бала саҡ” спектакленә эшкә саҡырғанда ул, юғары белемле рәссам булыуына ҡарамаҫтан, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрынада тегенсе генә булып эшләй ине, бөгөн ул Санкт-Петербургта Г.А. Товстоногов исемендәге Ҙур драма театрында эшләй. Сулпандар менән уртаҡ мөғәмәләбеҙ, элекке дуҫлығыбыҙ дауам итә.Эштең һөҙөмтәһе булыр тип ышанам, Товстоногов әйткән бит: театр – ул ирекле диктатура, тип, бөтәһе лә мин уйлағанса, мин әйткәнсә буласаҡ.