Тарих эргәбеҙҙә: ишет, күр, өйрән һәм белгәнеңде яҡындарыңа, күрше-тирәңә, ҡыҙыҡһынғандарға бәйән ит – мөмкинлектәрҙе тулыһынса ҡулланмау хилафлыҡҡа, яуапһыҙлыҡҡа тиң. Иңебеҙгә һалынған бурысты атҡарыу зарур.
Сибай концерт-театр берекмәһенең халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен өйрәнеп, халҡыбыҙға ҡайтарыу мөмкинлектәре бар. “Моңло тарих” проектын тормошҡа ашырыуҙа был тәүге тапшырыуыбыҙ, уның дауамлы булыуына өмөт итәйек.