Юбилейҙар йыл да булмай, ғүмер тиҫтәләре менән үлсәнә. 50 йәш ир-заттар өсөн ил ағаһы булып тулышҡан осор тип һанала – уйланған уй-хыялдың мәғәнәүи төҫ алған мәле, ҡасандыр алыҫ булып тойолған маҡсаттарҙың тормошҡа ашҡан сағы. Халҡы алдында ижади вазифаһын нисек атҡарыуы тураһында яуап бирә алғандай ир-азаматтар өсөн уғата ла яуаплы бурыс. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы ТУЙСИН тамашасылары алдында ана шул бурысын ҡайтарҙы, 23 сентябрь көнө ижади юбилей концертын уҙғарып, уларҙың һөйөүенә һөйөү вә ихласлыҡ менән яуап бирҙе. Ә ихласлыҡ тигән сифат ‒ ҡыҙыҡ нәмә. Уның барлығын фәрештә белмәй, шуға ла ғәмәл дәфтәренә теркәп ҡуя алмай. Уның турала шайтан да белмәй, шуға ла уны боҙа алмай. Был сифатҡа эйә кеше тәкәбберләнеп китмәй, тимәк, уның изге эштәре лә юҡҡа сыҡмай. Афарин, коллегабыҙ!