Гастролдә йөрөгән коллегаларыбыҙҙан тәүге хәбәрҙәр килә башланы. Кисә улар Күмертау ҡалаһында сығыш яһанылар. Артистарыбыҙға күрһәткән оло хөрмәттәре өсөн күмертаулыларға, 3-сө һанлы республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Шайморат Азамат улына, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙына, урындағы Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙына һәм политехник лицей-интернаты директоры Венер Ришат улына рәхмәтлебеҙ.
Күп һүҙле булмаҫ өсөн, яҙыу стилен үҙгәртмәйенсә, тамашасыларыбыҙҙың бер нисә комментарийын тәҡдим итәбеҙ.
Шайморат Тимербулатов: Күмертауҙа концерт шәп булды.
Уҡыусылар өсөн айырым концерт ҡуйҙылар, кискеһен үҙем барып ҡараным.
3 сәғәт ваҡыт бер тында үтеп китте.
Балаларға ла, беҙгә лә концерт оҡшаны. Халыҡ артистарҙың һәр сығышын көслө алҡыштарға күмде.
Рәхмәт ойоштороусыларға. Артистарға ижади уңыштар, яуҙа булған батырҙарға именлек теләйбеҙ!
Гөлнур Аҡсарова: Бик матур эстәлекле, иҫ китмәле шәп концерт өсөн Сибай концерт- театр берекмәһе артистарына, барлыҡ ойоштороусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Халҡыбыҙҙың йыр-моңон кинәнеп тыңланыҡ, бейеүҙәрен ихлас тамаша ҡылдыҡ; сағыу костюмлы артистарыбыҙға һокланып ҡарап ултырҙыҡ. Уҡыусы балаларға ла, уҡытыусыларға ла концерт бик оҡшаны. Барығыҙғала уңыш-ҡаҙаныштар, сәләмәтлек, именлек насип итһен. Шундай матур сығыштарығыҙ менән тамашасыларығыҙҙы ҡыуандырып тороғоҙ.